Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР ҠАБЫҒЫ

Просмотров: 1477

ЕР ҠАБЫҒЫ, аҫты Мохоровичич (Мохо) йөҙө менән сикләнгән Ерҙең тышҡы ҡатламы. Континенталь һәм океаник Е.ҡ. айыралар. Континенталь Е.ҡ. иң боронғо тау тоҡомдарының йәше яҡынса 4 млрд йыл, океаник Е.ҡ. — яҡынса 200 млн йыл. Континенталь Е.ҡ. төҙөлөшө шартлы рәүештә ҡатламдарға бүленә: өҫкөһө — ултырма, уртансыһы — “гранит-метаморфик”, аҫҡыһы — “базальт”; ҡалынлығы яҡынса 40 км, тау һырттары аҫтында 80 км тиклем. Ҡыҫым арҡаһында барлыҡҡа килгән төҙөлөштәр (шыуҙырма, шарьяждар һ.б.) өҫтөнлөк итә. Океаник ҡатлам “гранит-метаморфик” ҡатламының булмауы һәм ултырма ҡатламының ҡалынлығы түбән булыуы менән билдәләнә; ҡалынлығы 10—20 км, утрауҙар аҫтында 30 км тиклем. Һуҙылыу арҡаһында барлыҡҡа килгән төҙөлөштәр (рифттар һ.б.) өҫтөнлөк итә. Материктарҙан океанға күсеү зонаһында аралыҡ типтағы Е.ҡ. (субконтиненталь һәм субокеаник) үҫеш ала. Литосфера плиталары тектоникаһы теорияһына ярашлы, Е.ҡ. үҫеше эҙмә-эҙлекле океаник Е.ҡ. яйлап континенталь Е.ҡ. менән алыштырыу йүнәлешендә бара. Башҡортостан территорияһында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм сиктәш территорияларҙың Е.ҡ. тәрәндәге төҙөлөшөн сейсмик тикшереү 1960—90 йй. үткәрелә (ҡара: Сейсморазведка). Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә төрлө типтағы Е.ҡ. булған өлкәләр айырып күрһәтелә: Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш сиге, Урал алды, Урал (Урал орогены) һәм Турғай. 90‑сы йй. Е.ҡ. тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеү буйынса эштәр URSEIS—95 проекты сиктәрендә үткәрелә (ҡара: Геофизика). Урал орогенында көнбайыш, үҙәк һәм көнсығыш домендары айырылған. Е.ҡ. көнбайыш һәм көнсығыш домендарының ҡалынлығы яҡынса 40—42 км, Мохо йөҙө асыҡ билдәләнә, үҙәк домендыҡы — яҡынса 55—60 км, Мохо йөҙө асыҡ билдәләнмәй; был ҡатлам һәм мантия составтарының оҡшашлығына, уларҙың ҡушылыуына бәйле, тип фараз ителә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе Көньяҡ Урал Е.ҡ. төҙөлөшөнөң бивергент (елпеүескә оҡшаш киҫелештә) характерлы булыуын күрһәтә.

   Әҙәб.: П у ч к о в В.Н. Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники геодинамики и металлогении). Уфа, 2010.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022