Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ

Просмотров: 1284

ЕГӘҘЕ-КОМАРОВ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан айырып күрһәтелә (1935). Ултырмаларҙың тасуирламаһын О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова (1935, 1937, 1940), А.В.Клочихин (1972, 1985), Б.М.Келлер һәм В.И.Козлов (1983), Н.Н.Ларионов (1985) бирә. Серёгин, амбар һәм туҡан ярым свиталарына бүленә. Е.‑К.с. ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийы ҡанаттарында көньяҡта Ағиҙел й. ағым киңлегенән төньяҡта Баҡал ҡ. (Силәбе өлкәһе) тиклем һуҙыла (оҙонлоғо 220 км яҡын, киңлеге 2—5 км). Егәлгә свитаһының кварцит һымаҡ ҡомташтарында ята, әүжән свитаһының терриген-карбонатлы ҡатламдары менән ҡаплана. Ритмлы ҡатлаулы терриген тау тоҡомдарынан (балсыҡлы һәм серицитлы-хлоритлы-кварцлы һәүерташтар, кварцлы һәм ялан шпатлы‑кварцлы алевролиттар һәм ҡомташтар) тора; доломит һәм эзбизташ һыҙаттары беленә. Амбар ярым свитаһының тау тоҡомдары — күкһел һәм йәшкелт күк, серёгин һәм туҡан ярым свиталарыныҡы ҡараһыу (нескә дисперслы графит булғанлыҡтан) төҫтә. Е.‑К.с. ҡатламдарының ҡалынлығы 950—1200 м. Туҡан ярым свитаһының балсыҡлы тау тоҡомдарында урта рифей микробиотаһы акритархтары табылған. Фациаль үҙгәрештәре ҙур түгел. Туҡан ярым свитаһында тимер мәғдәне ятҡылыҡтары (Егәҙе‑Комаров, Әүжән һәм Инйәр мәғдән райондары) урынлашҡан.

Н.Н.Ларионов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.12.2022
Связанные темы рубрикатора: