ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ
ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ, өҫкө девондың стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович айырып күрһәтә (1932). Ултырмаларҙың тасуирламаһын Д.Г.Ожиганов (1933), И.В.Хворова (1939), Б.М.Келлер (1949), Е.В.Чибрикова (1977, 1997) һ.б. бирә. Б.М.Келлер был ултырмаларҙы яуымбай, әстәш, әүәшле, ямашлы, мәзит свиталарынан торған серияға бүлә; серияның йәше: франс ярусының өҫкө ярым ярусы — карбондың аҫҡы бүлеге. Е.В.Чибрикованың фекеренсә, Й.с. үҫемлек споралары буйынса домбаровка, вәзәм, ерәнағас, әүәшле һәм ямашлы ҡатламдарына бүленә. Башҡортостанда Й.с. ултырмалары Йылайыр синклинорийы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы сиктәрендә таралған. Свитаның йәше: франс ярусының өҫкө ярым ярусы — фамен ярусы. Тигеҙ сиратлашып ҡатлауланған полимикт ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, аргиллиттарҙан һәм кремнезёмлы һәүерташтарҙан тора. Тоҡомдарының төҫө һоро, йәшкелт һоро, һирәгерәк көрән һәм ҡыҙыл. Ҡалынлығы 1500—2000 м тиклем. Үҫемлектәрҙең зонаға ярашлы спора комплекстары сконодонт шкалаһына тура килә.
Әҙәб.: Ч и б р и к о в а Е.В. Возраст и расчленение зилаирских отложений Урала //Отечественная геология. 1997. №11.
Е.В.Чибрикова
Тәрж. И.М.Япаров