Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӘЙНУЛЛИН Лик Әнүәр улы

Просмотров: 1024

ЗӘЙНУЛЛИН Лик Әнүәр улы (1.4.1945, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ишҡол а.), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. Техник ф. д‑ры (2006). РФ-тың атҡ. металлургы (2002). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1968) Белоярск АЭС‑ы инженеры (Свердловск өлк. Заречный ҡсб). 1973 й. алып Екатеринбург ҡ.: 1975 й. башлап “ВНИИ металлургической теплотехники” ААЙ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 башлап лаб. мөдире, 1996 й. алып һәм 1999 й. ген. дир., 1997—99 йй. ген. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2006 й. алып Урал федераль ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге металлургия мейестәренән сыҡҡан шлакты грануляциялау агрегаттарын һәм ҡулайламаларын эшләү, тикшереү һәм сәнәғәттә үҙләштереү, сәнәғәт мейестәренең быуындарын һәм элементтарын һыуытыуҙы интенсификациялау, материалдарҙы һыуһыҙландырыу һәм пневмогидротранспортлауға бәйле. З. уйлап тапҡан сәнәғәт мейестәренең гранулациялау ҡулайламалары РФ‑тың һәм Һиндостандың металлургия пр‑тиеларында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Охлаждение обожжённого мелкозернистого лисаковского железорудного концентрата во вращающемся барабане //Сталь. 2010. №3 (авторҙ.); Оценка возможности использования в доменной плавке углеродсодержащих эмульсий в качестве заменителей природного газа // Шунда уҡ. 2010. №3 (авторҙ.).

Г.М.Дружинин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: