Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАЙЦЕВ Александр Николаевич

Просмотров: 1859

ЗАЙЦЕВ Александр Николаевич (5.3.1951, Могилёв ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). ӨАИ‑ны тамамлаған (1972), 1974—88 йй. (“Искра” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһының өлкән ғилми хеҙм‑ре, бүлек етәксеһе) һәм 1994 й. алып шунда уҡ эшләй (2003 й. башлап Электрохимик эшкәртеү теорияһы һәм технологияһы проблемалары ҒТИ етәксеһе), бер үк ваҡытта 2004 й. алып “Титан ЕСМ” ЯСЙ дир., 2009 й. — “ЕСМ” ЯСЙ‑ның ген. дир., 2014 й. — техник директоры. 1988 й. башлап ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының 106‑сы лабораторияһында эшләй, 1991—94 йй. “Новотех” пр‑тиеһы (бөтәһе лә — Өфө) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре материалдарҙы электрофизик һәм электрохимик ысулдар м‑н эшкәртеүгә, деталдәргә электрохимик ысул м‑н күләмле форма биреү өсөн технологик процестар һәм ҡорамалдар уйлап табыуға арналған. З. етәкс. 20‑нән ашыу технологик процесс, станоктарҙың 9 тәж.‑сәнәғәт моделе эшләнә, улар БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре, БДБ һәм Көнбайыш Европа илдәре пр‑тиеларында индерелә. “ЕСМ” пр‑тиеһында ЕТ серияһындағы электрохимик станоктар етештереү ойошторола. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы.  БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Электроэрозионно‑химическая прошивка отверстий малого диаметра в деталях высокопрочных сталей и сплавов. М., 1991 (Машиностроительное производство. Серия: Прогрессивные технологические процессы в машиностроении; вып.2); Прецизионная электрохимическая обработка импульсным током. Уфа, 2003 (авторҙ.); Высокоскоростное анодное растворение в условиях нестационарности электродных потенциалов. Уфа, 2005 (авторҙ.).

В.В.Атрощенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: