Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОНДОҘҘАР

Просмотров: 1058

ЙОНДОҘҘАР, үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр. Яҡтыртылышы, ауырлығы, т‑раһы, химик составы, спектры б‑са классификацияланалар. Шартлы рәүештә кәрлә (үлсәмдәре Ҡояш м‑н сағыштырмалы), гигант (радиусы Ҡояштыҡынан 10—100 тапҡыр ҙурыраҡ) һәм ифрат гигант Й. айырыла. Гиганттарҙың яҡтыртылышы Ҡояштыҡынан 10—1000 тапҡырға, ифрат гиганттарҙыҡы — бер нисә мең һәм унан да күберәк тапҡырға артып китә. Өҫкө ҡатламдарының т‑раһына бәйле Й. 7 төп спектраль класҡа бүленә: О — зәңгәр төҫтә, өҫкө йөҙ т‑раһы 25 мең К һәм унан да юғарыраҡ; В — аҡһыл зәңгәр, 11—25 мең К (мәҫ., Ригель); А — аҡ, 8—11 мең К (Альтаир, Вега, Денеб, Сириус); Ғ — һарғылт аҡ, яҡынса 7 мең К (Процион); G — һары, 6 мең К (Ҡояш); К — ҡыҙғылт һары, 4—5 мең К (Арктур); М — ҡыҙыл, яҡынса 3 мең К. Яңғыҙ Й. (Ҡояш) билдәле, күптәре системаларға (икәүле Й., ҡабатлы Й. һ.б.) инә. Ауырлығына бәйле Й. эволюция процесы нейтронлы Й., ҡара упҡын (ауырлығы Ҡояштыҡынан 1,4 һәм 2,5 тапҡыр ҙурыраҡ) стадияһы йәки аҡ кәрләгә (ауырлығы яҡынса Ҡояштыҡына тигеҙ) әйләнеү м‑н тамамлана. Й. тиклем алыҫлыҡ яҡтылыҡ йылдарында йәки парсектарҙа (пк) иҫәпләнә. Ҡояшҡа иң яҡын Й. — Центавра (4,3 яҡтылыҡ йылы йәки 1,31 пк алыҫлыҡта). Й. баҙыҡлығы (ялтырауы) күренгән визуаль йондоҙ дәүмәлдәрендә (иң баҙыҡ Й. — Сириустың -1m,5; кешенең күреү мөмкинлектәре сигендә күренгән Й. — яҡынса 6m,0) баһалана. Абс. йондоҙ дәүмәле (Й. 10 пк алыҫлыҡта баҙыҡлығы), күҙгә күренгәненән айырмалы рәүештә, Й. физик үҙенсәлектәрен, уларҙың яҡтыртылышын (Сириус өсөн ул 1m,3 тигеҙ, Ҡояш өсөн — яҡынса 4m,7) күрһәтә. Беҙҙең Галактикала яҡынса 100 млрд Й. бар, респ. терр‑яһында ябай күҙ м‑н уларҙың 3 мең самаһы күренә. БР терр‑яһында күренгән иң яҡын баҙыҡ Й. — Сириус (8,6 яҡтылыҡ йылы). Күҙәтеү урынының геогр. киңлегенә бәйле байыусы, байымаусы һәм ҡалҡмаусы (күренмәгән) Й. айырыла. Өфө өсөн байымаусы Й. булып ауышыуы 35° күберәктәре, байыусы Й. — интервалы –35° алып 35° тиклемдәре һәм ҡалҡмаусы Й. булып -35° кәмерәк булғандары тора. 2000 йй. башында Башҡорт дәүләт университетында Й. эволюцияһын һәм йәшен характерлаусы элемент булараҡ тимерҙең миҡдарын аныҡ билдәләү өсөн Арктур, Вега, Процион һәм Ҡояштың фотосфералары өйрәнелә (У.Ш.Баязитов, А.Ҡ.Ғәлиев). Стәрлетамаҡ педагогия академияһында йылылыҡ булмаған тәбиғәттең артыҡ ҡыҫҡа тулҡынлы нурланышының килеп сығыуын аңлатыу өсөн ҡыҙыл кәрлә Й. атмосфераларында Комптондың кире эффекты тикшерелә (Н.П.Миколайчук, О.В.Миколайчук).

Әҙәб.: Баязитов У.Ш., Галиев А.К. Определение содержания железа в фотосфере Солнца //Вестник Башкирского университета. 2000, №1; Bayazitov U.Sh. On the effect of line blanketing on the Fe I line intensities in the solar, Arcturus and Procyon spectra //Astronomical and Astrophysical Transactions. 2003. Vol.22. Is. 6.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: