Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАКИРНИЧНАЯ Марина Михайловна

Просмотров: 899

ЗАКИРНИЧНАЯ Марина Михайловна (23.8.1974, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1996) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре углеродлы ҡоростарҙа һәм суйындарҙа фуллерендар барлыҡҡа килеү механизмын өйрәнеүгә; нефть һәм газ эшкәртеү ҡорамалдарын, технологик үткәргес торбаларҙы ҡулланыу ресурсын билдәләү, насос агрегаттарының техник торошон баһалау, конструкция материалдарының микроструктураһын һан яғынан һүрәтләү методикаларын төҙөүгә арналған. З. тарафынан тимер‑углеродлы иретмәләрҙә фуллерендар булыуҙы көйләү һәм уларҙың миҡдарын билдәләү методикаһы (“Нефтехимремонт” ЯАЙ‑нда, “Хромэкс” ЯСЙ‑нда индерелгән), тимер нигеҙендәге углеродлы иретмәләр структураһындағы фуллерендарҙы сифат һәм һан яғынан баһалауҙың комплекслы методикаһы (Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑тында), насос агрегаттарының (“НЕФТЕХИМИНЖЕНЕРИНГ”, “НОРТЭКС”, “Синтезмеханик” ЯСЙ‑лары), колонна тибындағы аппараттарҙың (“Диагностика”, “Проект” ЯСЙ‑лары; бөтәһе лә — Өфө), шыналы шыуҙырмалы япҡыс деталдәренең (Благовещен арматура заводы) техник торошон, ҡорамалдарҙың ҡулланылыу ресурсын (“БашНИИнефтемаш” ДУП, “НЕФТЕХИМИНЖЕНЕРИНГ” ЯСЙ) баһалау өсөн методик тәҡдимдәр эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019