Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАХАРОВ Вадим Петрович

Просмотров: 1548

ЗАХАРОВ Вадим Петрович (19.4.1975, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Семён‑Петровский а.), химик. БР ФА профессоры (2016), химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ (өҙөклөк менән) эшләй: 2012—20 йй. фәнни эштәр буйынса проректор, 2022 й. алып ректор вазифаһын башҡарыусы. 2006 й. башлап “Юганскнефтегаз — Өфө ғилми‑техник үҙәге” ЯСЙ‑нда лаборатория мөдире, 2010—12 йй. “РН‑УфаНИПИнефть” ЯСЙ‑нда бүлек начальнигы. 2022 й. ноябренән ӨФһТУ ректоры. 2020—22 йй. РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре шыйыҡ фазала тиҙ үтеүсе процестарҙың макрокинетикаһын, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың физик‑химик ысулдарын өйрәнеүгә арналған. З. ҡатнашлығында БР‑ҙа бәләкәй габаритлы торба рәүешендәге турбулент аппараттар нигеҙендә энергия һәм ресурс һаҡлаусы галобутилкаучуктар, этиленпропилен каучуктар, алкилсульфаттар һ.б. продукттар алыу технологиялары эшләнә һәм производствоға индерелә. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2004), БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2019), Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы (2007), БР ФА‑ның С.Р.Рафиҡов исемендәге премияһы (2002) лауреаты.

Х е ҙ м.: Физико‑химические основы протекания быстрых жидкофазных процессов. М., 2008 (авторҙ.); Нефтепромысловая химия. Регулирование фильтрационных потоков водоизолирующими технологиями при разработке нефтяных месторождений. М., 2011 (авторҙ.); Турбулентные технологии при синтезе полидиенов на каталитических системах Циглера‑Натта. Уфа, 2018 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.03.2024
Шәхестәр: