Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРПОВ Владимир Григорьевич

Просмотров: 892

КАРПОВ Владимир Григорьевич (30.8.1949, Стәрлетамаҡ ҡ. — 29.8.2009, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. канд. (1992). БР‑ҙың атҡ. химигы (1997). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1967—69 йй. һәм 1971—75 йй. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑дында эшләй. 1975—78 йй. “Техэнергохимпром” ПБ‑ның (Бердск ҡ.) Сибай филиалында өлкән инженер, инженер-конструктор, 1978 й. алып Дәүләт төп химия ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының (Харьков ҡ.) Стәрлетамаҡ филиалында төркөм етәксеһе, лаб. мөдире урынбаҫары. 1982 й. башлап “Сода” ААЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) производство нач. урынбаҫары, 1986 й. алып производство нач., 2004 й. — ген. дир., 2005 й. — баш инженер, 2006 й. — техник дир., 2007 й. — производство б‑са ген. дир. урынбаҫары, 2008 й. — производство б‑са баш инженер урынбаҫары, 2009 й. алып ғилми‑технологик үҙәк нач. урынбаҫары. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге кальцинирланған соданы аҙ ҡалдыҡлы етештереү өсөн юғары һөҙөмтәле технологиялар, ҡорамалдар эшләү һәм производствоға индереүгә бәйле. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019