Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КАУСТИК”, предприятие

Просмотров: 1367

“КАУСТИК”, химия продукцияһы (хлорорганик, органик, органик булмаған матдәләр; бөтәһе 50‑нән ашыу төр) етештереү пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына инженерҙар үҙәге, каустик сода, хлорорганик продукттар, поливинилхлорид һәм кабель пластикаттары производстволары инә. 2011 й. 5283 кеше эшләгән. Сода, поливинилхлорид, кабель пластикаторҙары, эпихлоргидрин, перхлорэтилен, дихлорэтан, зәһәр натр, хлорлы алюмин, тоҙ кислотаһы, полиэлектролит, терефталоилхлорид, хлорпарафиндар, ағас‑полимер композит, полиэтиленполиаминдар һ.б. етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

1955 й. ойошторола, 1964 й. Стәрлетамаҡ химия з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1976 й. алып “К.” ПБ, 1991 й. ғин. — «“К.” Стәрлетамаҡ ПБ» ҠП, дек. — “К.” ЯАЙ, 2006 й. — “К.” ААЙ (2013 й. апр. “Сода” ААЙ составына инә), 2013 й. майынан — “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ. 2005 й. пр‑тие “Башҡортостан химияһы” ААЙ компаниялары төркөмөнә инә. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр α‑тармаҡлы монокарбон к‑таларын (1977), һыуҙа эрей торған катионлы полиэлектролиттар (1984), янмай торған кабель пластикаттарын (1986), Викор (1988), Азимут (1998) сериялы коррозия ингибиторҙарын алыу технологиялары эшләнә һәм индерелә. Пр‑тие м‑н И.Х.Бикбулатов, Р.Б.Вәлитов, Ғ.Ғ.Ғарифйәнов, Ю.К.Дмитриев, Р.Н.Заһиҙуллин, М.Ш.Ибраҡов, З.Ғ.Рәсүлев, З.Р.Хәмзин, С.П.Черных, С.С.Шаванов, Е.В.Шурупов, Й.М.Әбдрәшитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.09.2020
Связанные статьи: