Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы

Просмотров: 1001

КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2.8.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006), проф. (2013). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ уҡыта. 1987 й. алып Мурманск өлк. Заозёрск ҡ. хакимиәтендә эшләй. 1995 й. башлап БДАУ‑ҙа (2008—09 йй. аграр етештереү иҡт. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе үҫешенә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ “Мөхәббәт белдереү: йырҙар һәм шиғырҙар” (“Признание в любви: песни и стихи”; 2001), “Минең баҡсама ин” (“Войди в мой сад”; 2002), “Күк йөҙө яҡынлашыу” (“Приближение неба”; 2005), “Көнсығыш еле” (“Ветер с востока”; 2007) шиғри китаптары авторы.

 Хеҙм.: Эволюция сферы услуг: неравновесный подход. М., 2004; Устойчивое развитие сельских территорий. Уфа, 2008 (авторҙ.); Социально ориентированная модель развития сельских территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2010.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019