Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Насретдин улы

Просмотров: 937

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Насретдин улы (16.11.1944, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Арҡауыл а. — 21.1.2003, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (2000). ӨНИ‑не тамамлаған (1968), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй. 1995 й. — БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ-ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереү проблемаларына арналған. З. биол. таҙартыу ҡоролмаларының ағынты һыуҙар ултырмаһын, нефть шламдарын, сода производствоһының ҡаты ҡалдыҡтарын утилләштереү технологияларын эшләй, улар “Автонормаль”, “Минудобрения”, “Сода” ААЙ‑ларында индерелә. 160 фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Утилизация промышленных и бытовых отходов. Уфа, 1997 (авторҙ.); Утилизация осадков сточных вод гальванических производств. М., 2003 (авторҙ.); Обращение с отходами производства и потребления. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Н.В.Давиденко

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: