Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАДИРОВ Урал Ғаян улы

Просмотров: 1266

ҠАДИРОВ Урал Ғаян улы (10.3.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҙәш‑Бикбирҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҙәш а., — 19.6.2017, Өфө), ветеринар врач, патологоанатом. Ветеринария ф. д‑ры (1970), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988). Н.Х.Ҡадировтың улы. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлаған (Силәбе өлк., 1952). 1962 й. алып Ҡустанай ғилми‑тикшеренеү ветеринария ст. бүлек мөдире; 1965 й. башлап Семипалатинск зоотехния‑ветеринария ин‑тында (Ҡаҙаҡ ССР‑ы) эшләй; 1971 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1972 й. — анатомия, патологик анатомия, гистология каф. мөдире, 1995—2010 йй. БДАУ профессоры. Фәнни хеҙмәттәре патоморфологияны өйрәнеүгә, хайуандарҙың тире, ослоҡтар, тын алыу ағзалары, аш һеңдереү һәм иммун системалар зарарланыуы м‑н барған инвазион, инфекцион ауырыуҙары патогенезына, уларҙы диагностикалауғаһәм дифференциаль диагностикалауға арналған. Сусҡа дизентерияһын диагностикалау һәм дауалау б‑са тәҡдимдәр эшләгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Хеҙм.: Гастроэнтериты свиней в зоне Южного Урала. Уфа, 1983; Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных. М., 2003 (авторҙ.); Функциональная морфология при контагиозном пустулёзном дерматите овец. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019