Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Аяз Рәфәғәт улы

Просмотров: 997

КӘРИМОВ Аяз Рәфәғәт улы (2.12.1980, Өфө ҡ.), спортсы. Пара‑ски буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2015). ӨДСИ‑не тамамлаған (2003). Тау саңғыһы спорты буйынса СДЮСШОР (тренерҙары: С.В.Соловых, Г.С.Чистяков, А.Н.Шихалев) һәм РОСТО авиация спорт клубы (тренеры — А.К.Сырчин) тәрбиәләнеүсеһе. 2004 й. алып Ю.А.Гагарин исемендәге “Һауа легионы” Хәрби‑патриотик парашют клубы өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.; тренеры — Г.И.Манаев). Рәсәй чемпионы (2000, 2003, 2006, 2014), шәхси зачётта донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2005, 2015); команда зачётында донъя (2009, 2014), Рәсәй (2001, 2003, 2005, 2007, 2014) чемпионы, донъя чемпионаттарының көмөш (2015) һәм бронза (2005) призёры, Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының (икеһе лә — 2008) көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 й. алып).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022