ИВАНОВ Александр Ильич
ИВАНОВ Александр Ильич (26.7.1960, БАССР-ҙың Хәйбулла р-ны Пугачев а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2004). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Хәйбулла р‑нының В.И.Ленин ис. к‑зының баш ветеринар врачы; 1988—91 йй. ғилми хеҙм‑р, 1995 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре эпизоотология, патоморфология һәм сусҡаларҙың инфекцион ауырыуҙарының патогенезына арналған. И. тарафынан сусҡа дизентерияһын диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау б‑са тәҡдимдәр эшләнә, улар БР‑ҙың сусҡасылыҡ комплекстарына индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Дизентерия свиней. Уфа, 2004; Общая эпизоотология с ветеринарной санитарией. Уфа, 2007.
Тәрж. Г.А.Миһранова