Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФӘН

Просмотров: 1563

ФӘН, эшмәкәрлек өлкәһе, функцияһы — ысынбарлыҡ т‑да объектив белемдәрҙе туплау һәм теоретик системаға килтереү; фәнни белемдәрҙең айырым тармағы. Тәбиғи, техник, ижт. һәм гуманитар Ф. бүленә.

Башҡортостанда фәнни фекерҙең формалашыуы етештереү көстәренең, ҡалалар, тау сәнәғәте үҫеше, милли‑мәҙәни һәм соц. үҫеш ихтыяждары м‑н бәйле. Академик экспедициялар материалдарында төбәктең тәбиғәте һәм халҡы т‑да тәүге фәнни мәғлүмәттәр туплана. Көньяҡ Уралдың геол. төҙөлөшөн, тупрағын, файҙалы ҡаҙылмаларын, рельефын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү б‑са байтаҡ экспедицияларҙың һөҙөмтәләре төбәк биологияһы, географияһы, геологияһы, геоморфологияһы, минералогияһы нигеҙенә ята. Төбәк халҡын тарихи‑этнографик, статистик тикшереүҙәр башҡорттар тураһында фән үҫешенә башланғыс һала. Беренсе китапханалар, музейҙар асыла, китап нәшер итеү эше үҫеш ала. 19 б. 2‑се ярт. тәүге ғилми йәмғиәттәр ойошторола, улар тәбиғәт күренештәрен өйрәнеү, статистик һәм тарихи материалдар йыйыу м‑н шөғөлләнә. Төбәкте өйрәнеү Геол. ком‑ты, Губерна статистика комитеттары, земство, ш. уҡ Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе, Ырымбур ғилми архив комиссияһы, Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте, Д.И. Менделеев һ.б. етәкселегендәге экспедициялар эшмәкәрлеге м‑н бәйле.

20 б. башында медицина, ветеринария һәм агрономия өлкәләрендә тикшеренеүҙәр алып барған тәүге ғилми‑тикшеренеү учреждениелары асыла. 1908 й. Өфөлә Пастер станцияһы базаһында Өфө губ. земствоһының Бактериология ин‑ты (ҡара: “Иммунопрепарат”), 1912 й. Шишмә а.х. тәж. станцияһы (ҡара: Ауыл хужалығы институты) ойошторола. Төбәктең төрлө тупраҡ‑климат зоналарында гидрометеорология хеҙмәте селтәре булдырыла. 1919 й. Өфөлә Физика институты асыла.

20—30‑сы йй. ғилми йәмғиәттәр (ҡара: Истпарт, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте), ҒТИ‑лар һәм юғары уҡыу йорттары барлыҡҡа килә. 1922 й. Академүҙәк асыла, унда башҡ. алфавиты, грамматикаһы, орфографияһы һ.б. эшләнә. Республиканың хужалыҡ һәм мәҙәни тормошон өйрәнеү өсөн Башҡортостан комплекслы экспедицияһы ойошторола. 1930 й. Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институты асыла, уның бүлектәре базаһында Милли мәҙәниәт институты, Педагогика һәм педология ин‑ты, “БашНИПИстром”, Һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена, А.х. соц. үҙгәртеп ҡороу ҒТИ‑лары булдырыла. Тире‑венерология (ҡара: Тире‑венерология диспансеры), трахома (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты), туберкулёз (ҡара: Туберкулёзға ҡаршы диспансер), физиатрия (1932 й. нигеҙләнгән) һ.б. ҒТИ‑лар ойошторола. 1929 й. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1930 й. БАХИ (ҡара: Аграр университет), 1932 й. БДМИ (ҡара: Медицина университеты) асыла. 1929 й. респ. тәүге проект ойошмаһы (ҡара: “Башкиргражданпроект”) барлыҡҡа килә. Геология‑разведка эштәрен үткәреү м‑н нефть һәм мәғдән геологияһы, геохимия, промысла һәм разведка геофизикаһы, нефть химияһы һ.б. үҫеше бәйле. Урындағы шарттарға ярашлы агротехника нигеҙҙәре, ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын, мал аҙығы етештереүҙе, игенселекте, үҫемлекселекте яҡшыртыу б‑са тәҡдимдәр, а.х. малдары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә, гельминтология б‑са һ.б. тикшеренеүҙәр үткәрелә. Республика шифахана-курорт һәм рекреация учреждениеларын йәйелдереү өсөн тәбиғәт ресурстары өйрәнелә, инфекцион ауырыуҙарҙы, ш. иҫ. тапма, трахома, туберкулёзды, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары хәл ителә. Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) һәм ер мөнәсәбәттәре тарихы, башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, фольклор, башҡорт теленең диалекттары өлгөләрен йыйыу һәм системалаштырыу һ.б. дауам ителә; “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”ҙы әҙерләү һәм нәшер итеү башлана, терминологик һүҙлектәр төҙөү эше һ.б. алып барыла. 1940 й. респ. вуздарында һәм ҒТИ‑ларында 28 фән д‑ры һәм проф., 80‑гә яҡын фән канд. һәм доцент эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР‑ға Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы, СССР ФА‑ның ҡайһы бер ғилми учреждениелары һәм вуздар эвакуацияланыуы респ. фәнни потенциалын күтәреүгә булышлыҡ итә. Марганец мәғдәндәре, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары асыла, төҙөлөш материалдары һәм утҡа сыҙамлы изделиелар етештереү өсөн тимер мәғдәндәре, сеймал запастары табыла. СССР ФА‑ның Волга‑Башҡортостан нефть экспедицияһында ҡатнашыусылары, Башҡ‑н нефть комб‑ты (ҡара: “Башнефть”), “Азнефтеразведка” тресы, “Грознефтепроект” ғилми‑проект ин‑ты һ.б. хеҙм‑рҙәре нефть ҡатламдарының урынлашыу законлыҡтарын өйрәнә һәм яңы нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, юғары көкөртлө нефтте сығарыу һәм эшкәртеү технологияларын камиллаштырыу м‑н шөғөлләнә. Техник культураларҙың яңы төрҙәре үҙләштерелә, иген культуралары һ.б. уңдырышлылығы арта. Яңы дарыуҙар, ш. иҫ. витаминдар, иммунобиологик препараттар, эшләнә һәм етештереүгә индерелә, эвакуация госпиталдәрендә яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәрҙе дауалау ысулдары камиллаштырыла. Башҡорт тел ғилеме һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә тикшеренеүҙәр дауам ителә. Өфөлә авиация ин‑ты (ҡара: Авиация техник университеты) һәм И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑ты филиалы (ҡара: Нефть техник университеты) асыла.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа СССР ФА‑ның Башҡ‑н филиалын (ҡара: Өфө фәнни үҙәге) ойоштороу фундаменталь Ф. үҫешенә булышлыҡ итә. 1953 й. ғалимдар тарафынан “Башҡорт теленең фәнни грамматикаһы мәсьәләләрен эшләү”, “Көнбайыш Башҡортостан девонының терриген ултырмаларын нефтле һәм газлы булыуға бәйле өйрәнеү”, “Һауа төҙөлөшөндә силикат цементын алмаштырыусы булараҡ Башҡортостандағы бәйләүес материалдар”, “Туймазы ятҡылығындағы нефттең көкөртлө берләшмәләре составын өйрәнеү һәм физик‑химик анализлау методикаһын эшләү” һ.б. темалар б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тарих, башҡ. теле, әҙәбиәт, фольклор өлкәһендә тикшеренеүҙәр тематикаһы киңәйтелә. Археология һәм этнография б‑са планлы һәм маҡсатлы тикшеренеүҙәр уҙғарыла.

50—60‑сы йй. фундаменталь Ф. м‑н бергә сәнәғәт, ауыл хужалығы, мед., педагогика һ.б. үҫешенә бәйле ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла. 1955 й. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты), 1956 й. тармаҡтағы төп Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ (ҡара: Нефтехимия эшкәртеү институты), Башҡ‑н төҙөлөш ҒТИ (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты), БНИИСХ, 1957 й. Өфө нефтехимия производстволары ҒТИ (ҡара: НИИнефтехим), 1959 й. илдә берҙән‑бер Нефтте һаҡлау һәм ташыу ҒТИ (ҡара: Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты) ойошторола. Нефть эшкәртеү, нефтехимия һәм органик химия өлкәләрендәге тикшеренеүҙәр респ. фәнни эҙләнеүҙәрҙең төп йүнәлеше була. Артабанғы йылдарҙа Дәүләт нефть машиналарын эшләүҙе проектлау ин‑тының (ҡара: “БашНИИнефтемаш”), Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның (ҡара: Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты) һ.б. Өфө филиалдары асыла. 1955 й. респ. 40‑тан ашыу фән д‑ры һәм 500 фән канд. иҫәпләнә.

70—90‑сы йй. ботаника, генетика, математика (функциялар теорияһы, дифференциаль тигеҙләмә, хисаплау математикаһы), регионология, физика (металлофизика, молекуляр физика, теоретик физика), химия (нефтехимия, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы һ.б.), цитология, экология һ.б. үҫеш ала. Археология, биохимия, география, иҡтисад, йәмғиәт белеме, микробиология, молекуляр биология, социология, сәнғәт ғилеме, тарих, философия, фольклористика, этнология һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр дауам ителә. 1991 й. БР‑ҙың Фәндәр академияһы асыла, уның составына 7 бүлек инә: биол. һәм а.х., гуманитар, мед., соц.-иҡт., физика‑матем. һәм техник, химия‑технология фәндәре, Ер т‑дағы фәндәр һәм тәбиғәт ресурстары. Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында БР ФА‑ның филиалдары ойошторола. Республика ғалимдары тарафынан нефтехимия процестарының, ресурс һәм энергия һаҡлаусы технологияларҙың, экологик хәлде яҡшыртыуҙың фәнни нигеҙҙәре, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу б‑са саралар комплексы эшләнә, арыш, борсаҡ, бойҙай һ.б. ауыл хужалығы культураларының юғары уңыш биргән яңы сорттары сығарыла (ҡара: Селекция). Ер ҡабығының геол. төҙөлөшө б‑са төп законлыҡтар асыҡлана һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың төрлө төрҙәре б‑са Башҡортостан терр‑яһына баһа бирелә. Иммунология һәм биотехнология, офтальмология, хеҙмәт гигиенаһы, ҡорһаҡ ағзалары, йөрәк‑ҡан тамырҙары, регенератив һәм аҙ травмалы хирургия, онкология, акушерлыҡ һәм гинекология, мед. генетикаһы, инфекцион ауырыуҙар, фармация һ.б. өлкәләрҙә һиҙелерлек һөҙөмтәләр алына. Экологик мониторинг эшләй. Волга-Урал тарихи‑этнография өлкәһенең этномәҙәни процестар теорияһы эшләнә, башҡ. әҙәбиәте һәм мәҙәниәте генезисы тикшерелә, яңы археологик ҡомартҡылар һ.б. асыла һәм тикшерелә.

Техник, тәбиғи, соц.‑иҡт. һәм гуманитар фәндәрҙең төп йүнәлештәре б‑са фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр академик профилле 20‑нән ашыу ин‑тта, 20‑нән ашыу тармаҡ ҒТИ‑нда, 30‑ға яҡын проект ин‑тында, 10 үҙ аллы конструкторҙар бюроһында, ш. уҡ вуздар каф. үткәрелә. Ф. һәм юғары проф. белем биреү өлкәһендә 10 меңдән ашыу ғилми һәм ғилми‑пед. хеҙм‑р, ш. иҫ. РФА‑ның 2 акад., 7 мөхбир ағзаһы, Рәсәй Мед. ФА‑ның, Рәсәй Мәғариф акад., Рәсәй а.х. фәндәре акад. 1 мөхбир ағзаһы, БР ФА‑ның 30 акад. һәм 53 мөхбир ағзаһы, 950‑нән ашыу фән д‑ры һәм 6 меңгә яҡын фән канд., эшләй. Республика “БР‑ҙа фәнни һәм фәнни‑техник эшмәкәрлек тураһында” закон ҡабул ителә (1994), “Башҡортостан XXI быуатта: социаль-иҡтисади, сәйәси‑хоҡуҡи һәм гуманитар үҫеш моделе”, “БР‑ҙа файҙалы ҡаҙылмаларҙы геологик разведкалау эштәрен башҡарғанда, сығарғанда, эшкәрткәндә файҙаланылған инновациялы технологиялар”, “БР‑ҙа критик технологиялар: физик‑математик нигеҙҙәре һәм техник сиселештәре”, “Химия технологиялары һәм БР иҡтисадының инновациялы үҫеше өсөн яңы материалдар”, “Ауыл хужалығында, биологияла һәм медицинала фәнни һәм инновация эшмәкәрлегенең үҫеше” һ.б. дәүләт фәнни‑техник программалар тормошҡа ашырыла. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1999 й. алып) һәм “БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” (1990 й. тиклем — “БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре”) тигән маҡтаулы исем булдырыла. Ғилми мәктәптәр үҫешә, Ф. мәғлүмәт тәьминәте системаһы барлыҡҡа килә (ҡара: “Баштехинформ”), ғилми баҫмалар нәшер ителә.

Әҙәб.: К а р и м о в К.К. Наука Башкирии в строительстве социализма. Уфа, 1986; ш у л у ҡ. Наука в дореволюционном Башкортостане. Уфа, 1999; Х а л ф и н С.А., Ю с у п о в Р.Г. Академическая наука в Башкортостане: становление и развитие (1951—2001 гг.). Уфа, 2006.

Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: