Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕКРОБАКТЕРИОЗ

Просмотров: 804

НЕКРОБАКТЕРИОЗ, н е к р о б а ц и л л ё з, йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың инфекцион ауырыуы, туҡымаларҙың, башлыса ослоҡтарҙың аҫҡы өлөшөнөң, эренле‑некрозлы зарарланыуы хас. Ауырыуҙы Bacterium necrophorum бактерияһы тыуҙыра. Н. м‑н а.х. малдары араһынан йышыраҡ һарыҡ, һыйыр малы, сусҡа, йылҡы ауырый; кеше лә бирешеүсән. Ауырыу тыуҙырыусыны таратыусылар — ауырыу, ауырып һауыҡҡан, ш. уҡ һау хайуандар (Н. тыуҙырыусыһын йөрөтөүселәр). Ауырыу йәрәхәтләнгән тире һәм лайлалы тиресәләр, кендек, мал аҙығы һәм һыу аша йоға. Ауырыу тыуҙырыусы туҡымаларҙы үлтерә. Беренсел сығанаҡтан бактериялар ҡан ағымы м‑н төрлө ағзаларға эләгеп, уларҙы шешендерә. Инкубация осоро 1—3 тәүлек тәшкил итә. Һыйыр малының, йылҡының, һарыҡтарҙың йыш ҡына ослоҡтары зарарлана, сатанлыҡ күҙәтелә, тән т‑раһы 40°С тиклем һәм унан да юғарыраҡ күтәрелә. Сусҡаларҙа — муйын, тороҡ, танау, яңаҡ, ҡолаҡ тиреләре, йәш малда (йышыраҡ быҙауҙарҙа, һарыҡ бәрәстәрендә, сусҡа балаларында) ауыҙҙың, танауҙың лайлалы тиресәһе зарарлана. Н. булғанда эренле‑некрозлы пневмонияның, остеомиелиттың, балалағандан һуңғы сепсистың, плевриттың һ.б. үҫеп китеүе мөмкин. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: үле туҡымаларҙы алып ташлау, яраны антисептик иретмәләр м‑н эшкәртеү, антибиотиктар, сульфаниламидтар ҡулланыу. Иҫкәртеү: хайуандарҙы тотоуҙың ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү, уларҙы яҡшы сифатлы мал аҙығы м‑н тәьмин итеү, малды көтөүлектәрҙең һаҙлы участкаларында көтмәү, хайуандарҙың тояҡтарын үҙ ваҡытында ҡырҡып һәм таҙартып тороу, вакцинация үткәреү һ.б. Ауырыу барлыҡҡа килгән осраҡта хужалыҡ Н. б‑са насар урын тип иғлан ителә. 2006 й. алып Башҡортостан терр‑яһында Н. теркәлмәгән. 20 б. 70—80‑се йй. БАХИ‑ла (А.С.Саттаров) һәм Ветеринария лабораторияһында (Б.С.Аҡсурин) Н. эпизоотологияһы өйрәнелә, 90‑сы йй. башлап Аграр университетта ауырыуҙың патогенезы (У.Ғ.Ҡадиров), уны иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу (Л.М. Васильева, Ф.М. Мәхмүтова, И.Ф.Әбсәләмов һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных /А.В.Жаров [и др.]. 4‑е изд. М., 1999. 

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019