Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕПТОСПИРОЗ

Просмотров: 713

ЛЕПТОСПИРОЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Leptospira interrogans бактериялары тыуҙырған киҫкен инфекцион ауырыу. Инфекция сығанағы: ауырыу һәм ауырыу кисергән, ш. уҡ бәүел аша тышҡы мөхиткә лептоспиралар сығарған бактерия йөрөтөүсе хайуандар.

Кеше Л. Перкутан (йәрәхәтләнгән тире аша) һәм алиментар юл м‑н йоға. Л. һары һәм һарыһыҙ формаларға айырыла. Кеше организмына эләккәндән һуң лептоспиралар  лимфа һәм ҡан тамырҙары аша төрлө ағзаларға (күбеһенсә бауырға, үпкәгә, талаҡҡа, бөйөргә, үҙәк нервы системаһына) үтеп инә, эндотоксиндар бүлеп сығара, эндотелийҙы зарарлай һәм капилляротоксикоз тыуҙыра. Инкубация осоро 2–20 көн тәшкил итә. Л. клиник күренештәре күп төрлө һәм ағзаларҙың зарарланыуы м‑н бәйле (30—40°С тиклем тән т‑раһы күтәрелеү, баш ауыртыу, миалгия, эритематоз һәм геморрагик сабыртма, бауыр ҙурайыу һ.б.). Өҙлөгөүҙәр: инфекцион токсикоз шогы, бөйөрҙөң киҫкен етешмәүсәнлеге, бауыр һәм бөйөрҙөң етешмәүсәнлеге, менингит, увеит һ.б. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль препараттар, Л. ҡаршы иммуноглобулин, витаминдар), диетотерапия. Иҫкәртеү: аҙыҡ‑түлекте кимереүселәрҙән һаҡлау, эсәр һыу сығанаҡтарын хайуандарҙан йыраҡ тотоу, санитария б‑са аң‑белем таратыу һ.б. ысулдар. Башҡортостанда 2000 й. алып кешелә Л. теркәлгән осраҡ булмаған.

Хайуандар Л. Сусҡаларҙа, һыйыр малында, ваҡ малда, йылҡыла, эттәрҙә, дөйәләрҙә, ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙә, ҡырағай имеҙеүселәрҙә осрай. Төрлө йәштәге хайуандар бирешә, ләкин йәш мал ауырыуҙы ауырыраҡ кисерә. Йәрәхәтләнгән тире һәм лайлалы тиресә аша йоға. Инкубация осоро 3—20 тәүлек. Төп симптомдары: ҡыҫҡа ваҡытлы биҙгәк, гемоглобинурия, лайлалы тиресәнең, тиренең һарғайыуы һәм некрозы, аборт һ.б. Диагностикаһы эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау: гипериммун сыворотка, антибиотиктар. Иҫкәртеү: кимереүселәрҙе юҡ итеү, вакцинация һ.б. ысулдар. Респ. 2003 й. алып ауырыу теркәлмәгән.

У.Ғ.Ҡадиров, Д.Х.Хунафина

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019