Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛИКОВ Борис Зөфәр улы

Просмотров: 1147

МАЛИКОВ Борис Зөфәр улы (29.10.1947, Көньяҡ Сахалин ҡ.), юрист. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып БАССР ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨЮИ‑ла: 1992 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. алып холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт хоҡуғы каф. нач. урынбаҫары. 1998 й. башлап РФ ЭЭМ‑ының Һарытау юридик ин‑тында, 2001—08 йй. РФ Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Һамар юридик ин‑тында (2003 й. алып енәйәт-башҡарыу хоҡуғы каф. нач.). 2009 й. алып Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑тының (филиалының) енәйәт хоҡуғы, процесы һәм криминалистика каф. мөдире, 2012 й. алып Рәсәй ЭЭМ‑ының Өфө юридик ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге яза биреү теорияһы, енәйәт яуаплылығының асылы һәм төрҙәре проблемаларына һ.б. арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Лишение свободы в политике наказания и законодательстве России. Самара, 2003; Уголовно‑исполнительное право: проблемы института изменения условий отбывания лишения свободы. Уфа, 2010 (авторҙ.); Уголовное принуждение в механизме уголовной ответственности. Пробелы в российском законодательстве. Уфа, 2014 (авторҙ.). 

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: