МӘСӘҒҮТОВ Радик Миҙхәт улы
МӘСӘҒҮТОВ Радик Миҙхәт улы (24.8.1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1988). 1990 й. алып Өфөлә эшләй: ҡала психо‑неврология диспансерында, 1993 й. башлап “Үҫмер” мед.‑пед. үҙәгендә, 1996 й. — БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге балалар һәм үҫмерҙәр психиатрияһына, бала һәм үҫмер йәшендәге агрессия үҙенсәлектәрен, бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙың травманан һуңғы (стреслы) ҡаҡшауын, хөкөм ителгәндәрҙең психик боҙолоштарын өйрәнеүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Детская и подростковая агрессия (психопатологический и социально‑психологический аспекты). Уфа, 2002; Детская и подростковая агрессия: от нормы до патологии. М., 2006; Наркотики, агрессия и преступность. Профилактика противоправного поведения подростков. Уфа, 2006.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина