Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы

Просмотров: 1197

НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы (1.9.1956, БАССР‑ҙың Борай районы Абдулла а.), инженер‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1997), профессор (2000). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005), РФ‑тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2000). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып геофизика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап лаборатория етәксеһе һәм 2007 й. — проректор. 2013 й. алып Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының Геология һәм нефть‑газ технологиялары институты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге палеогеофизика һәм нефть геологияһы буйынса тикшеренеүҙәргә бәйле. Н. тарафынан ултырма япмала нефть ятыштары барлыҡҡа килеүенә геодинамик процестар тәьҫир итеүе нигеҙләнә, уның етәкселегендә хәҙерге күл ҡатламдарын палеогеофизик тикшереү технологиялары эшләнә. “Ултырма тоҡомдар буйынса палеобыуаттағы геомагнит вариацияларын тергеҙеү һәм тикшереү” фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. ТР‑ҙың Дәүләт премияһы (2009), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2018).

   Хеҙм.: Палеомагнитный анализ. Казань, 1986 (авторҙ.); The K/T boundary of Gams (Eastern Alps, Austria) and the nature of terminal Cretaceous mass extinction (Andrei F. Grachev, Editor) //The Geological Survey of Austria. Vienna, 2009 (авторҙ.); Каталитическое облагораживание высоковязкой нефти при паротепловой обработке с использованием катализаторов на основе металлов переходных групп //Нефтяное хозяйство. 2017. № 8. (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.08.2022
Связанные темы рубрикатора: