Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАДИРОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЕХНИК СПОРТ ТӨРҘӘРЕ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1243

ҠАДИРОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЕХНИК СПОРТ ТӨРҘӘРЕ ҮҘӘГЕ, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. “Төҙөүсе” стадионы базаһында Ғ.Ф. Ҡадиров ис. спорт клубы булараҡ төҙөлә, 2010 й. хәҙ. исемен ала. 2012 й. үҙәк эргәһендә мотоспорт б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт техник мәктәбе асыла. Үҙәктең “Башҡортостан” командаһы — боҙҙағы мотоуҙыштарҙа Рәсәй команда чемпионаттары еңеүсеһе (2002—09, 2014—15) һәм көмөш призёры (2010—13). Тәрбиәләнеүселәре араһында Н.Б.Акимов, Д.А.Буланкин, Н.О.Красников, ш. уҡ Европа чемпионаттары еңеүсеһе (2010) һәм көмөш призёры (2006) А.В.Шишегов, Европа чемпионаттарының бронза призёрҙары С.А.Архипов (2006) һәм С.А.Балтачев (2007). Үҙәк м‑н Р.П. Мостафин, Б.А.Самородов, А.П.Сухов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Н.Сәйетгәрәев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019