ДАШКОВТАР
ДАШКОВТАР, ағалы-ҡустылы земство эшмәкәрҙәре, меценаттар. Дворяндарҙан. Дмитрий Дмитриевич Д. (25.12.1831 — 1.10.1901, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Благовещен заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен ҡ.), С.‑Петербург ун‑тының тарих‑филол. ф‑тын тамамлаған. 1868—76 йй. Рязань губерна земство йыйылышы гласныйы, бер үк ваҡытта 1869—74 йй. Рязань губерна земство башҡармаһы һәм губерна училище советы ағзаһы. 1878—84 йй. Өфө губерна земство йыйылышы гласныйы, бер үк ваҡытта 1879—82 йй. Өфө өйәҙенең мировой судьялары съезы рәйесе. Рязань губ. имениеға, 1891 й. алып 20 мең дисәтинә ере м‑н Благовещен заводына (1835 й. атаһы Дмитрий Васильевич Д. тарафынан һатып алына) эйә була. Земство мәктәптәре төҙөүгә, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы уҡытыусыларына пособиелар түләүгә һ.б. күп аҡса бирә. “Педагогик софизмдар” (“Педагогические софизмы”; 1877), “Гигиена һәм мәктәп” (“Гигиена и школа”; 1878), “Өлкәндәр өсөн курстар” (“Курсы для взрослых”; 1888) исемле хеҙмәттәр авторы. Өфө губерна земствоһы тарафынан Благовещен уҡытыусылар семинарияһы уҡыусылары өсөн уның исемендәге стипендия булдырыла; Андрей Дмитриевич Д. (1833—7.8.1904, Өфө, Благовещен заводы ҡсб ерләнгән), С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған. 1875—87 йй. Өфө губерна земство йыйылышы гласныйы, 1875—84 йй. Өфө губерна земство башҡармаһы рәйесе. 1902 й. алып Благовещен з‑ды хужаһы була. 19 б. 60—70‑се йй. Өфө балалар приютын тотоуға аҡса бүлә, 1876 й. хужалыҡ ҡаралтылары м‑н бергә ер участкаһын Благовещен уҡытыусылар семинарияһына тапшыра, 20 б. башында Өфө китапханаларына китап йыйынтыҡтары (4 мең данаға яҡын) бүләк итә, халыҡ мәғарифы ихтыяждарына 50 мең һум аҡса бирә, Өфө өйәҙе Ляхов а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны) эргәһендә баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм умартасылыҡ мәктәбен ойоштороу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтә. Эске эштәр министрына башҡ. ерҙәрен талауҙы туҡтатыу кәрәклеген белдереп хат яҙа. Өфө губерна балалар приюттары попечителлегенең почётлы ағзаһы. Өфө губерна земствоһы тарафынан уның исемендәге стипендия булдырыла. Благовещен з‑ды эргәһендә Д. “Уфимка” ҡул елгәргестәре һәм а.х. ҡорамалдары етештереү б‑са механика оҫтаханалары (1860), йылҡы заводы аса. Өфө өйәҙендә Дмитриевка (Рязановка), Николаевка (Семёновка; хәҙ. икеһе лә — Благовещен р‑ны) торама пункттары, Дашковтар утары (Дмитриевский, Андреевский) һ.б. Д. ҡарамағында була. Благовещенда урамға Д. исеме бирелгәнн.
Әҙәб.: Азаматова Г.Б. Уфимское земство (1874—1917): социальный состав, бюджет, деятельность в области народного образования. Уфа, 2005.
Г.Б.Азаматова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина