ЗАХАРОВ Руслан Альбертович
ЗАХАРОВ Руслан Альбертович (24.3.1987, Горький ҡ.), спортсы. Шорт-трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2011). БДУ‑ны тамамлаған (2010). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры А.Ә.Тимербулатов). Эстафетала Олимпия уйындары чемп. (2014). 3000 м дистанцияла (2009, 2011) һәм эстафетала (2013—15) Европа чемп., күпбәйгелә Рәсәй чемп. (2009), Европа чемпионаттарының көмөш (2011 й. — 1500 м һәм эстафетала) һәм бронза (2008 й. — 1500 м; 2011 й. — 1000 м һәм күпбәйгелә) призёры, 1000 м Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (2009), айырым дистанцияларҙа Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призёры. Эстафетала Олимпия уйындары (2014) һәм Рәсәй (2009 й. — 1000 м; 2011 й. — 3000 м) рекордсыһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2010). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005 й. алып). Дуҫлыҡ (2014), Салауат Юлаев (2014) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина