ЕЛИСТРАТОВ Семён Андреевич
ЕЛИСТРАТОВ Семён Андреевич (3.5.1990, Өфө ҡ.), спортсы. Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (2014). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2018). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.И.Максимов). Эстафетала Олимпия уйындары чемпионы (2014), 1500 м дистанцияла Олимпия уйындарының бронза призёры (2018, 2022) һәм донъя чемпионы (2015), 1000 м дистанцияла донъя кубогын яулаусы (2015—16), күпбәйгелә (2016—17, 2021), эстафетала (2013—15, 2020), 1500 м (2014, 2016—17, 2021), 1000 м (2016, 2019, 2021) Европа чемпионы, донъя чемпионаттарының көмөш (2013, 2019, 2021) һәм бронза (7 таҡыр, 2018—19, 2021) призёры, айырым дистанцияларҙа, эстафетала һәм күпбәйгелә күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа чемпионаттарының көмөш һәм бронза призёры. Эстафетала Олимпия уйындары (2014), Рәсәй (2009) һәм 1000 м донъя (2016) рекордсыһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2010). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2007 й. алып). Дуҫлыҡ (2014), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2018), Халыҡтар дуҫлығы (2022), Салауат Юлаев (2014) ордендары, 1‑се (2022) һәм 2‑се (2018) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалдары менән бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина