Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ТЕЛӘК РАЙОНЫ

Просмотров: 663

ОЛО ТЕЛӘК РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнсығышта — Белорет, көньяҡ-көнбайышта Архангел һәм көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1939 й. 25 июнендә БАССР‑ҙың Архангел һәм Нуриман р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Архангел һәм Иглин р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны — 1695 км2. Район үҙәге — Оло Теләк ауылы. Районда ҡасаба советы, 12 ауыл советы, 119 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 20,3 мең кеше (1950), урыҫтар күпселекте тәшкил иткән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 11 колхоз, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. 4 урта мәктәп), 3 дауахана, 11 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, 11 клуб учреждениеһы, 1 район һәм 11 ауыл китапханаһы булған. “За коммунизм” гәз. сыҡҡан.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: