Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛТЫКОВА Елена Станиславовна

Просмотров: 732

САЛТЫКОВА Елена Станиславовна (12.11.1960, Красноярск ҡ.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1984 й. һәм 1993 й. алып (өҙөклөк м‑н) Биохимия һәм генетика ин‑тында (2003 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р); 1991—93 йй. Органик химия ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге бөжәктәр иммунитетының эволюцияһын өйрәнеүгә, биохимик һәм күҙәнәкле тотороҡлоҡ механизмдарына, файҙалы бөжәктәр өсөн адаптоген уйлап табыуға арналған. С. тарафынан бөжәктәрҙең һаҡлыҡ реакцияларында онтогенетик айырмалар; онтогенезда, оҙайлы һаҡлыҡ реакциялары формалашыуын стимуллаған (улар нәҫелдән нәҫелгә күсә алған), бөжәктәрҙең үҙгәреүсән тирә‑яҡ мөхит шарттарына һәм эволюцион үҫешкә яраҡлашҡан яйланмалар эшләп сығарыуға булышлыҡ иткән киҫкен осорҙарҙың булыуы билдәләнгән. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Реакция отдельных физиологических барьеров при бактериальной инфекции у различных рас медоносной пчелы Apis mellifera //Журнал эволюционной биохимии и физиологии. 2005. Т.41. №3 (авторҙ.); Molecular Mechanisms of Antioxidant Protective Process in Honeybee Apix mellifera //Oxidative Stress in Vertebrates and Invertebrates: Molecular Aspects of Cell Signaling. Ohio, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019