Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Руслан Рим улы

Просмотров: 739

СӨЛӘЙМӘНОВ Руслан Рим улы (29.10.1972, Өфө), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1996) Өфө биол. ин‑тында эшләй: 2003 й. башлап өлкән, 2008 й. — төп, 2015 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡ геогр. һәм экологияһын өйрәнеүгә, икенсел артыҡ тоҙланған һәм тоҙло тупраҡтарҙың мелиорация мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан юғары минераллы нефть промыслаһы эретмәләре м‑н бысранған тупраҡтарҙы тергеҙеү алымдары эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Биологические ресурсы Южного Урала: фундаментальные основы рационального использования. Уфа, 2009 (авторҙ.); Уникальные памятники природы — шиханы Тратау и Юрактау. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.12.2019