Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 1062

ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ, 1969 й. музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2012 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә инструменталь башҡарыу (йүнәлештәре: халыҡ оркестры инструменттары, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары, ҡыллы оркестр инструменттары, фп.), музыка теорияһы, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү, халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор м-н башҡарыу һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, 2 концерт, камера, хореография, спорт, уҡыу залдары, видео‑ һәм фонотекаһы, ятағы бар. Башҡорт фольклор, вокаль, халыҡ инструменттары, урыҫ йыры, скрипкасылар ансамблдәре; тынлы инструменттар, урыҫ халыҡ инструменттары, симфоник, эстрада оркестрҙары; академик хор эшләй. 1,6 мең белгес әҙерләнгән (2013). Уҡыу йорто Ҡазан һәм Магнитогорск консерваториялары, Музыка колледжы, Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад. (Мәскәү), Сәнғәт институты, Сәнғәт училищеһы, Силәбе мәҙәниәт ин‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә. Колледж бинаһы (1953 й. төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Ю.С.Алимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: