Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОН ТУПРАҒЫ

Просмотров: 1278

БОЛОН ТУПРАҒЫ, ваҡытлыса һыу баҫҡанда рельефтың түбән урынындағы насар дренажланған һыубаҫар туғайҙан юғары тигеҙлектәрҙә һәм һөҙәк битләүҙәр итәгендә формалашҡан тупраҡ төркөмө. Б.т. профиленә глейланыу хас. Башҡортостан тупраҡ япмаһының структураһында болон‑һаҙ һәм болон‑ҡара тупраҡ, ш. уҡ аллювиаль‑болон (ҡара: Аллювиаль тупраҡ) һәм тау‑болон (ҡара: Тау тупрағы) тупраҡ типтары айырыла. Болон‑һаҙ тупрағы башлыса дымлы болон һәм ләмле һаҙ ярым типтарына айырыла. Дымлы Б.т. даими дымланған грунтта болон үҫемлектәре аҫтында формалаша. Серетмә горизонтының ҡалынлығы 45—50 см, дөйөм серетмә миҡдары 8,2—10,3%, азот — 564—928 мг/100 г, фосфор — 245—410 мг/100 г; мөхит реакцияһы нейтраль, һирәгерәк аҙ кислоталы, карбонатлы һәм тоҙло төрҙәрендә — аҙ һелтеле; һеңдерелгән нигеҙҙәрҙең суммаһы 56—59 мгэкв/100 г тупраҡҡа. Дөйөм майҙаны 89 мең га (1995). Иң эре массивтары Борай, Ғафури, Краснокама, Учалы, Әбйәлил, Яңауыл райондарында. Ләмле һаҙ тупрағы грунт дымланыуы өҫтөнлөк итеүсе иң түбән рельеф элементтарында болон һәм һаҙ үҫемлектәре аҫтында формалаша. Тупраҡ профиленең өҫкө ҡатламы глейлы. Респ. серемтәле һәм ләмле төрҙәре осрай. Серемтәле тупраҡ профилдең кәҫле серетмәле глейланған горизонтҡа, күсемле глейлы һәм глейланған төп тоҡомға асыҡ күренеп торған бүленеше м‑н айырыла. Ләмле тупраҡ профиленең асыҡ күренеп торған бүленеше юҡ, улар ер аҫты һыуҙарын өҫкө ҡатламына тиклем һеңдерә. Серетмә горизонтының ҡалынлығы 40 см тиклем, серетмә миҡдары 4—10%; мөхит реакцияһы аҙ кислоталынан һелтелегә тиклем. Дөйөм майҙаны яҡынса 80 мең га. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында осрай. Болон-һаҙ тупрағы, нигеҙҙә, мал аҙығы ерҙәре өсөн ҡулланыла, күп кенә майҙанын ағас һәм ҡыуаҡ йәки һаҙ үҫемлектәре биләй. Болон‑ҡара тупраҡ ҡоро болондар аҫтында формалаша, морфол. үҙенсәлектәре б‑са ҡара тупраҡҡа яҡын. А.х. урман‑дала зоналарында — йыуылған болон‑ҡара тупраҡ, дала зоналарында карбонатлы болон‑ҡара тупраҡ, ш. уҡ тоҙло һәм татырлы болон‑ҡара тупраҡ айырып йөрөтөлә. Йыуылған болон‑ҡара тупраҡ 10 см тиклем ҡалынлыҡтағы ҡуйы ҡарағусҡыл һоро төҫтәге кәҫ горизонтына, 50 см тиклем ҡалынлыҡтағы серетмә горизонтына, һорғолт‑көрән төҫтәге аллювиаль горизонтҡа эйә, серетмә миҡдары 8—10%, дөйөм азот — 600—700 мг/ 100 г, фосфор — 200—300 мг/ 100 г тупраҡҡа, мөхит реакцияһы аҙ кислоталы. Юғары микробиол. активлыҡҡа эйә. Карбонатлы болон‑ҡара тупраҡ мөхиттең һелтеле реакцияһы м‑н характерлана. Тоҙло һәм татырлы болон‑ҡара тупраҡ профилендә тоҙло һәм тоҙға бай, 30—80 см тәрәнлектә ятҡан горизонтҡа эйә. Дөйөм серетмә миҡдары 7—8%; мөхит реакцияһы һелтеле. Башлыса Урал аръяғы дала зонаһында таралған. Болон-ҡара тупраҡ 32,7 мең га биләй (1995). Сағыштырмаса эре массивтар Баймаҡ, Ишембай, Кушнаренко, Туймазы, Әбйәлил р‑ндарында осрай. Нигеҙҙә, мал аҙығы ерҙәре өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Морфогенетическая и агропроизводственная характеристика почв Башкирской АССР / Ф.Х.Хазиев [и др.]. Уфа, 1985; Хазиев Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: