ҠАРАСУРИН Азат Динар улы
2153
ҠАРАСУРИН Азат Динар улы (8.11.1995, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡалмаш а.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2012), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2014). Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ә.Ә.Ғүмәров). Биатлон б‑са 12,5 км уҙышта Паралимпия уйындары чемп. һәм 7,5 км уҙышта бронза призёры (2014), донъя чемпионатының көмөш призёры (2011). Саңғы ярышы б‑са Рәсәй чемп. (2011). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2011 й. алып). Халыҡтар дуҫлығы (2014), Салауат Юлаев (2014) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. М.Н.Моратшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:

