РОДИГИН Михаил Николаевич
РОДИГИН Михаил Николаевич (31.10.1907, Вятка губ. Кильмезь а. — 8.1.1977, Пушкин ҡ., Харьков ҡ. ерләнгән), фитопатолог. Биол. ф. д‑ры (1946), проф. (1946). ЛДУ‑ны тамамлаған (1929). 1939—55 йй. БАХИ‑ла эшләй: үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм зоология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1941 й. тиклем һәм 1943—45 йй. агрономия, 1947 й. алып урман ф‑ттары деканы, 1948—51 йй. уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәр иммунитеты, үҫемлектәрҙең бәшмәкле һәм бактериялы паразиттары биологияһы һәм экологияһы мәсьәләләренә, улар м‑н көрәш сараларын уйлап табыуға арналған. Башҡортостан терр‑яһында Р. тарафынан бәшмәктәрҙең яңы 15 төрө, ш. уҡ люцерна антракнозын тыуҙырыусының конидиаль спора йөрөтөүсәнлеге асыҡланған һәм тасуирланған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).
М.М.Ғәниев
Тәрж. Г.М.Ғәлиева