Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАСТЕГАЕВА Фәниә Сәйет ҡыҙ

Просмотров: 931

РАСТЕГАЕВА Фәниә Сәйет ҡыҙы (27.12.1963, Коканд ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). ӨАИ (1986), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (Мәскәү, 2002) тамамлаған. 1986 й. алып ӨМЭПБ‑ла, 1988 й. — Көньяҡ Урал машиналар эшләү з‑дында (Орск ҡ.) инженер-конструктор. 1992 й. башлап Өфөлә: “Гирас” бәләкәй пр‑тиеһының баш бухгалтеры, 1996—2009 йй. “Ремэксат” ЯСЙ‑нда (2005 й. алып аудитор), бер үк ваҡытта 2002 й. алып РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында уҡыта һәм 2003 й. — “БДУ‑Аудит” ЯСЙ аудиторы. Фәнни эшмәкәрлеге иҡтисадта инвестиция һәм инновация процестарын, соц. һәм баҙар инфраструктураһын өйрәнеүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Методология развития социальной и рыночной инфраструктуры в регионах РФ. Тамбов, 2007 (авторҙ.); Диалектика инвестиционных и инновационных процессов в российской экономике: в 2 кн. Тамбов, 2008— 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019