ДОНГУЗОВ Александр Анатольевич
793
ДОНГУЗОВ Александр Анатольевич (4.1.1951, Өфө ҡ.), һөйләү жанры артисы. БР‑ҙың халыҡ (2013) һәм атҡ. (1996) артисы. Ф.Волков ис. Академия театры эргәһендәге Ярославль театр уч‑щеһын тамамлаған (1986). 1977 й. алып Башҡ. филармонияһында эшләй. Нәфис һүҙ оҫтаһы, яңғыҙ әҙәби программалар м‑н сығыш яһай. Репертуарында Ш.Бабич, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Н.Нәжми, Ғ.Сәләм, ш. уҡ А.Блок, О.Мандельштам, Б.Пастернак, М.Цветаеваның шиғри әҫәрҙәре, сатириктар Г.Горин, Л.Измайлов, А.Каневский һ.б. әҫәрҙәре.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: