МИГУНОВ Дмитрий Андреевич
МИГУНОВ Дмитрий Андреевич (21.11.1992, Өфө), спортсы. Шорт- трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2014), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2015). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.К.Кяк, А.И.Максимов). Дөйөм зачётта 500 м дистанцияла Донъя кубогын (2015—16) яулаусы, Европа (2014—15) һәм Рәсәй (2011) чемп., эстафетала Рәсәй кубогын яулаусы (2013), 500 м Рәсәй чемп. (2014), 500 һәм 1000 м эстафетала Бөтә донъя универсиадаһының (2013) һәм Европа чемпионатының (2016) бронза призёры, айырым дистанцияларҙа һәм эстафетала Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2010 й. алып).