Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНФИЛОВ Александр Вячеславович

Просмотров: 1168

ПАНФИЛОВ Александр Вячеславович (3.6.1959, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Надеждин а.), хәрби эшмәкәр. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2005). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ген.‑майор (2007). Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1999—2004) ҡатнашыусы. А.И.Лизюков ис. Һарытау юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ уч‑щеһын тамамлаған (1986). 1979 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. СССР һәм РФ Оборона министрлығында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә. 1986—87 йй. Чернобыль АЭС‑ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. 2000 йй. Төньяҡ Кавказ төбәгендә Федераль көстәрҙең берләштерелгән төркөмөндә Көнбайыш йүнәлеш командующийы ярҙамсыһы. Герой исеменә полк. П. махсус операция башҡарғанда күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булған. 2010 й. башлап запаста. 2013 й. алып Перспектив тикшеренеүҙәр фондында химия‑биол. һәм мед. тикшеренеүҙәре йүнәлеше‑ нең ген. дир. урынбаҫары—етәксеһе (Мәскәү ҡ.). РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2006).

Е.А.Смирнов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Портрет: А.В.Панфилов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019