Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВА Физәлиә Әнүәр ҡыҙы

Просмотров: 874

РӘХИМОВА Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (25.1.1970, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Туйыш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2001) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ, 1993 й. алып Стәрлетамаҡ дәүләт театр‑концерт берекмәһенең Башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 2004— 08 йй. Башҡ‑н респ. мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡыта. Музыкаға һәләтлелеге, камил пластикаһы, сәхнә һөйкөмлөлөгө м‑н айырылып торған төрлө характерҙағы ролдәрҙе башҡарыусы актриса. Репертуарында ватан һәм сит ил авторҙары әҫәрҙәренән ролдәр: Сәриә (“Мөхәббәт ҡоштары”, И.Х.Йомағолов), Тәнзилә (“Мөхәббәт ҡарағы”) һәм Нурия (“Ҡатын‑ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы”; икеһе лә — Ф.М.Бүләков), Лачи (“Бер мөхәббәт — мең ғашиҡ” — “Одна любовь — тысяча влюблённых”, К.Чандра), Бәндәбикә (“Бәндәбикә һәм Ерәнсә”, А.Г.Хөсәйенов), Туҡтабикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Шәмсиә (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев) һ.б.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: