МАСЛЕННИКОВА Татьяна Александровна
МАСЛЕННИКОВА Татьяна Александровна (10.8.1964, Рәүҙе ҡ.), сәнғәт белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2011). Рәссамдар союзы ағзаһы (2000). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 32‑се урта мәктәптә, 1987—89 йй. Респ. урта һынлы сәнғәт мәктәп‑интернатында, 1992 й. алып БДПИ‑ла уҡыта. 1996—2002 йй. һәм 2006 й. ғинуарынан ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. июненән БДПУ‑ла уҡытыусы.
Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. халыҡ сәнғәтенең үҙенсәлеге проблемаларын, халыҡ традицияларында берҙәм предмет‑киңлек мөхитен барлыҡҡа килтереү ҡанундарын, БР‑ҙың проф. хәҙ. һынлы сәнғәтенең айырым мәсьәләләрен тикшереүгә бәйле. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Художественное оформление башкирского народного жилища. Уфа, 1998; Художественная организация среды в башкирском народном искусстве. Уфа, 2005.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова