Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВА Финә Мансур ҡыҙы

Просмотров: 929

ВӘЛИЕВА Финә Мансур ҡыҙы (8.1.1969, БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Гәрәбаш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2013), атҡ. (2003) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1999). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1996; Г.А.Мөбәрәкова курсы) Салауат башҡ. драма театры, 2003 й. алып Өфө “Нур” татар театры актрисаһы. Үҙенсәлекле һәм комик ролдәр башҡара, оҫта кәүҙәләндереү һәләтенә эйә. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡатын‑ҡыҙҙарҙың иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдарын тыуҙыра: Абби (“Таштарҙа үҫкән мөхәббәт” — “Любовь под вязами”, Ю.О"Нил), Ләйсән (“Фатихамды бирәм”, Р.Ф.Байбулатов), Гөлнәзирә (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы б‑са), Марианна (“Ҡарун” — “Скупой”, Мольер), Хәлимә (“Үҙ ҡатыныма өйләнәм”, Н.Ғәйетбай), Ҡара кейемдәге ҡатын [“Ах, Сапатера!”, Ф.Гарсия Лорканың “Ғәжәп башмаҡсы ҡыҙ” (“Чудесная башмачница”) пьесаһы б‑са]; “Нур”театры сәхнәһендә: Әминә (“Гөлбәҙир”, Ф.М.Бүләков), Маша [“Апалы‑һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс...” (“Три сестры. Годы спустя...”), М.Зайкаускас, А.П.Чеховтың “Апалы‑һеңлеле өсәү” (“Три сестры”) пьесаһы мотивтары б‑са], мадемуазель Куку (“Исемһеҙ йондоҙ” — “Безымянная звезда”, М.Себастьян), Хәҙисә (“Банкрот”, Ғ.Камал), Бәҙәр (“Беҙ күршеләш йәшәйбеҙ” — “По соседству мы живём”, Аманулла), Галчиха (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский) һ.б.

Э.Ә.Ҡарамырҙина

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: