Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТХУЖИН Артур Камил улы

Просмотров: 1687

ӘХМӘТХУЖИН Артур Камил улы (21.5.1988, БАССР‑ҙың Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш а.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2013), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2016). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2013). Рәсәй физик культура, спорт һәм туризм университетын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 2011). 23‑сө СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры Р.И.Әйүпов). Ир‑егеттәр араһында Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (2013), Рәсәй чемпионы (2016), Рәсәй кубоктарын яулаусы (2012, 2015), донъя чемпионаттарының көмөш (2013) һәм бронза (2015) призёры; шәхси зачётта йәштәр араһында Европа беренселегенең бронза призёры (2010). Ир‑егеттәр араһында Олимпия уйындары чемпионы (2016), Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе (2015—16), Европа (2016), Бөтә донъя универсиадаһы (2009, 2013) һәм Рәсәй (2010—13, 2015—16) чемпионы, Европа (2013) һәм Рәсәй (2012, 2014) кубоктарын яулаусы, донъя һәм Европа чемпионаттарының көмөш призёры (икеһе лә — 2015); команда зачётында үҫмер спортсылар араһында донъя беренселегенең бронза призёры (2007). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2012). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2010—18). Дуҫлыҡ (2016), Салауат Юлаев (2016) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022
Связанные темы рубрикатора: