Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИН Тимур Марсель улы

Просмотров: 1210

САФИН Тимур Марсель улы (4.8.1992, Ташкент ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2012), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2016). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2014). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (Өфө ҡ., 2018). 19‑сы СДЮСШОР (тренеры — Ф.Й.Арыҫланов) һәм 5‑се Спорт йүнәлешендәге республика мәктәп-интернаты (икеһе лә — Өфө ҡ.; тренерҙары: Л.Р.Грушина, Р.Р.Нәсибуллин) тәрбиәләнеүсеһе. Ир‑егеттәр араһында Олимпия уйындарының бронза (2016) призёры, Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (2015), Европа (2016) һәм Рәсәй (2014—15, 2017—18) чемпионы, Рәсәй кубоктарын яулаусы (2015—16, 2018), хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында Бөтә донъя хәрби уйындар (2019) һәм донъя чемпионаты (2018) еңеүсеһе, донъя чемпионатының бронза призёры (2014); йәштәр араһында Европа һәм Рәсәй чемпионы (икеһе лә — 2013); шәхси зачётта үҫмер спортсылар араһында донъя һәм Рәсәй беренселектәре (икеһе лә — 2012) еңеүсеһе. Ир‑егеттәр араһында Олимпия уйындары чемпионы (2016),  көмөш призёры (2020), Донъя кубоктары этаптары (2014, 2016, 2019), хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында Бөтә донъя хәрби уйындар (2019) һәм донъя чемпионаты (2018) еңеүсеһе, Европа чемпионы (2016, 2018), Европа (2013) һәм Рәсәй (2010, 2015—19) кубоктарын яулаусы; йәштәр араһында Европа (2013) һәм Рәсәй (2011) беренселектәре еңеүсеһе; команда зачётында үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2010, 2012), донъя беренселектәренең (2012) көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2012 й. алып). Дуҫлыҡ, Халыҡтар дуҫлығы (икеһе лә — 2016), Салауат Юлаев ордендары, 1‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы (икеһе лә — 2021) менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022
Связанные темы рубрикатора: