ҒАФАРОВ Азамат Фидан улы
ҒАФАРОВ Азамат Фидан улы (19.6.1974, Өфө), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2004) артисы. Ф.С.Ғафаровтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1996; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1993 й. алып Өфө “Нур” татар театры, 1996 й. — БАДТ актёры. Героик‑романтик пландағы актёр. Музыкаллек, сағыу темперамент һәм һөйкөмлөлөк, күркәм ҡиәфәт һәм көслө тауыш Ғ. иҫтә ҡалырлыҡ ролдәр тыуҙырырға мөмкинлек бирә: Донияр (“Йәшлегем яулығы” — “Платочек юности моей”, Т.ҒМиңнулин; дебют, 1994), Мәрәһим (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле повесы б‑са Р.В.Исрафилов пьесаһы), Тимерхан (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Атамыш (“Һуңғы ғәйнә”, А.М.Иҙелбаев) һ.б. Уның образдары персонаждың характерын тәрән аңлау, эске драматизм: Ричард Галин (“Айгөл иле”), Ильяс (“Юлдарым – һағышлы моңдарым”, С.Т.Айытматовтың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ю.Оснос пьесаһы), Хәбир (“Яратыу гонаһмы?”, Миңнуллин); комик буяуҙар сағыулығы: Сәлим (“Хыялый”, С.Әбүзәр); үҙенсәлекле трактовка: Паратов (“Бирнәһеҙ ҡыҙ”, А.Н.Островский) м‑н айырылып тора. “Мөхәббәттең дүрт миҙгеле” (“Четыре времени любви”; “Башҡортостан” ДТРК, 1999), “Алйырҙан көнө, йәки Урыҫ бәхете” (“День хомячка, или Русское счастье”; “Муха” студияһы “Башҡортостан” к/с м‑н берлектә, 2003) т/ф төшә. Эстрадала сығыш яһай; репертуарында М.К.Ғәзетдинов, У.М.Иҙелбаев, А.М.Нәбиев, З.В.Нагаева, У.К.Рәшитов, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. йырҙары.
А.Ә.Балғажина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина