Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИНИӘТУЛЛИНА Светлана Ғәйнулла ҡыҙы

Просмотров: 663

ҒИНИӘТУЛЛИНА Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (7.7.1975, БАССР-ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), актриса. БР-ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2005) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; А.И.Карякин, Т.Н.Хәйбуллина курсы) Стәрлетамаҡ ҡала урыҫ драма театры актрисаһы.

Төрлө пландағы актриса. Лирик-драматик ролдәрҙе лә, комик персонаждарҙы ла һоҡланғыс уйнай: Галя (“Хапун”, В.И.Ольшанский), Агафья Тихоновна (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Анна Демби (“Кин IV, йәки Гений һәм аҙғынлыҡ” — “Кин IV, или Гений и беспутство”, Г.И.Горин), Ирина (“Апалы‑һеңлеле өсәү” — “Три сестры”, А.П.Чехов), Катя (“Биш кис” — “Пять вечеров”, А.М.Володин), Зөбәржәт (“Ай тотолғантөндә”), Люба (“Һуңғылар” — “Последние”, М.Горький), Турандот (“Принцесса Турандот”, К.Гоцци), Женевьева (“Блэз”, К.Манье), Флоренс (“Сәйер миссис Сэвидж” — “Странная миссис Сэвидж”, Д.Патрик), Зоя Денисовна Пельц (“Зояның фатиры” — “Зойкина квартира”, М.А.Булгаков) һ.б. “Актёр йыры” респ. конкурсы (Өфө, 1998) лауреаты; “Драма театры актёрҙары йырлай” (“Поют актёры драматических театров”; Түб. Новгород, 1998) Рәсәй фестивале дипломанты. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (2009).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: