Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВА Ғәлиәбаныу Ниязмөхәмәт ҡыҙы

Просмотров: 830

ӘХМӘҘИЕВА Ғәлиәбаныу Ниязмөхәмәт ҡыҙы (28.8.1948, Ырымбур ҡ.), музыка белгесе, педагог‑методист, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2009). Композитор­ҙар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1993 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта, бер үк ваҡытта 1993—2005 йй. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең төп ғилми мөхәррире. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт проф. музыкаһына, композиторҙар ижадына, респ. милли балеты, Һиндостан һәм Башҡортостан музыкаль театр сәнғәте параллелдәре тарихына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. уҡ муз. вуздар студенттары өсөн программа‑конспект (1997), башҡорт музыкаһы тарихы б‑са уҡыу әсбабы (2006; икеһе лә – авторҙашлыҡта) һ.б. авторы.

Х е ҙ м.: Балеты Наримана Сабитова. Уфа, 2003; Башкирский балет. Уфа, 2003; Опера и балет Башкортостана: справочник. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: