Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСМАЕВ Славик Михайлович

Просмотров: 1237

АСМАЕВ Славик Михайлович (29.6.1954, БАССР‑ҙың Бөрө районы Бахтыбай а.), бейеүсе, балетмейстер, педагог. РФ‑тың атҡ. артисы (1995), Марий Эл Респ. халыҡ артисы (1988), Мари ССР‑ының атҡ. артисы (1980). Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын  (Стәрлетамаҡ ҡ., 1973), Рәсәй Театр сәнғәте акад. (Мәскәү, 1995) тамамлаған. 1975 й. алып Мари филармонияһының “Марий Эл” дәүләт бейеү ансамбленең балет артисы, 1990 й. — балетмейстер‑репетиторы, 1995 й. —балетмейстер‑ҡуйыусы,  2001—04 йй. һәм 2014 й. башлап художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры, бер үк ваҡытта 1993 й. алып Мари респ. мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының “Рвезылык” халыҡ бейеү ансамбле уҡытыусыһы, художество етәксеһе, 2000 й. — Мари дәүләт ун‑тының “Цармис” бейеү театры уҡытыусыһы,  художество етәксеһе  (нигеҙ һалыусыһы; бөтәһе лә — Йошкар‑Ола).

А. Марий Эл Респ. хореография сәнғәтен һәм хореография уҡытыуҙы үҫтереүгә өлөш индерә. Фольклорға нигеҙләнеп, халыҡ һәм хәҙ. заман хореографияһы элементтарының үҙенсәлекле үрелешендә уникаль милли бейеүҙәр ҡуя. А.‑балетмейстерҙың новаторлығы мари халҡының төрлө этнографик төркөмдәренең бейеү мәҙәниәтен сағылдырыуҙан ғибәрәт, был урындағы башҡарыу стилдәрен  аныҡ тапшырыу, үҙенсәлекле һығылмалылыҡ, милли кейемдәр аша сағыла. Мари (“Арбор кейәүҙәре” — “Арборские женихи”, “Бау” — “Верёвочка”, “Ата-баба ритмдары” — “Ритмы предков”, “Байрамса” — “Праздничная”), башҡ. (“Башҡорт киңлектәрендә”),  татар (“Ауыл ситендә”), удмурт (“Танок”), сыуаш (“Ауыл уйындары” — “Деревенские забавы”), урыҫ (“Байрам сыңы” — “Праздничный звон”) һ.б. бейеүҙәр ҡуя. Мари халҡының йолаларына нигеҙләнгән “Ата-баба ритмдары” (2002); “Волга менән Урал араһында” (2003), “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” (2011) интернациональ хореографик программаларҙың авторы. 2016 й.  Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн “Тыпырҙаҡтар” (“Топотушки”) мари бейеүен ҡуя. Хореография б‑са 3 уҡытыу-методик әсбап һәм программалар авторы.

Бөтә Рәсәй яңғыҙ халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар һәм балетмейстерҙар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар конкурсы (Һамар ҡ., 1993), “Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра” Халыҡ-ара бейеүселәр һәм хореографтар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар конкурс-фестивале (Йошкар‑Ола,  2011), “Массалар театры киңлеге” Бөтә Рәсәй премияһының  “Массалар театрының иң яҡшы хореографы” номинацияһы (Мәскәү, 2011) һ.б. лауреаты. О.Ипай ис. Дәүләт йәштәр пр. лауреаты (1998). 2‑се дәрәжә “Марий Эл алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2014).

Хеҙм.:  Марийский танец. Йошкар-Ола, 2004.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: