Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы

Просмотров: 1150

СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы (30.8.1974, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2009), профессор (2018). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1996) Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда, 2004 й. алып БР ФА‑ның Нефттең химик механикаһы үҙәгендә өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2009 й. — БР ФА Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Нефть‑газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәгендә лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1999 й. башлап ӨДНТУ‑ла: уҡытыусы, 2011—16 йй. Технологиялар трансферы буйынса инновациялы ғилми‑белем биреү үҙәге етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарын өйрәнеүгә, нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм файҙаланыуға арналған. Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003).

Хеҙм.: Метотехнология системного анализа разработки нефтяных месторождений с различными категориями трудноизвлекаемых запасов. Уфа, 2009; Технологические особенности оптимизации разработки нефтяных месторождений Балтийского шельфа //Экспозиция. Нефть. Газ. 2016. Вып.1 (47) (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: