Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЫЯЗИТДИНОВ Рим Сәләх улы

Просмотров: 820

ЗЫЯЗИТДИНОВ Рим Сәләх улы (19.4.1953, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а. — 11.3.2018, Салауат ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (2004), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы(1980). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Салауат башҡорт драма театры актёры. Сағыу, күп яҡлы һәләткә, бай тәбиғи һәм актёрлыҡ органикаһына эйә үҙенсәлекле актёр.  З. төрлө жанрлы һәм тематикалы спектаклдәрҙә 70‑тән ашыу роль башҡарған: башҡорт әҙәби әҫәрҙәре б‑са — Кинйә (“Иртәнге томан”, Ф.В.Богданов), Сәйфулла (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль), Ҡотош (“Йәшлегем тирәктәре”, К.М.Аҡбашев), 1-се аҡһаҡал (“Ай тотолған төндә”), 2-се ҡарт (“Ерҙәштәр”, М. Кәримдең  “Ауыл адвокаттары” повесы б‑са А.П.Фёдоров әҫәре); урыҫ әҫәрҙәре б‑са — Павел Корчагин (“Драматик йыр” — “Драматическая песня”, М.Л.Анчаров һәм Б.И.Равенских; дебют, 1972), Досужев (“Төшөмлө урын” — “Доходное место”), Маргаритов (“Һуңлап килгән мөхәббәт” — “Поздняя любовь”; икеһе лә — А.Н.Островский), Угарев, Камаев (“Көләрһең дә, иларһың да” — “Провинциальные анекдоты”, А.В.Вампилов); сит ил әҫәрҙәре б‑са — Лавлеш (“Ҡарун” — “Скупой”, Мольер) һ.б. “Шүлгәнташ”  телевизион фильм-әкиәтендә (2014, “Башҡортостан” ТРК-ның “Тамыр” телеканалы) Ташбулат бабай ролен башҡарған.

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.09.2023
Связанные темы рубрикатора: