Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Илмар Разин улы

Просмотров: 1341

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Илмар Разин улы (9.6.1971, Ишембай ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). ӨДСИ‑не (1994; П.Р.Мельниченко курсы), Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәрен яңынан әҙерләү акад. (Мәскәү, 2004; В.С.Крючков курсы), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2013) тамамлаған. 1994 й. алып “Башҡортостан” ДТРК‑нда эшләй, 2011й.—Башҡорт ҡурсаҡ театры дир., 2015 й. — БДОБТ‑ның ген. дир., бер үк ваҡытта 2011 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта. Башҡорт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә А.М.Рахманҡолованың “Урман йәрминкәһе” (“Лесная ярмарка”), һинд әкиәттәре мотивы б‑са үҙе сәхнәләштергән “Панчатантра”, “Урал батыр” башҡорт эпосы мотивтары б‑са В.А.Аношкиндың ш. уҡ исемле спектаклдәрен; Яр Саллы ҡурсаҡ театрында У.Хубтың “Көймә эргәһендә һигеҙҙә” (“У ковчега в восемь”) спектаклен ҡуя. С.Лагерлёфтың “Нильс Хольгерссондың Швеция буйлап тылсымлы сәйәхәте” (“Чудесное путешествие Нильса Хольгерссона по Швеции”) китабы б‑са “Нильстың иҫ китмәле сәйәхәте” (“Невероятное путешествие Нильса”), “Әсәйемә бү­ләк”, “Бәләкәй гном”, “Яҡын — алыҫ” (“Близко — далеко”), “Йөрәк сере” (“Пока бьётся сердце”), “Ышаныслы, тоғро, берҙән‑бер” (“Надёжный, верный, единственный”), “Утты үҙемә саҡырам” (“Вызываю огонь на себя”) һ.б. пьесалар авторы. Башҡорт ТВ‑нда “Форс‑мажор” (1996—97) һәм “Әл‑Фатиха” (“Аль‑Фатиха”; 2013—15) программаларын алып барыусы. “Туғанлыҡ” Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар фестивале (2000), “Ҡолонсаҡ” Респ. балалар спектаклдәре фестивале (2001) реж.; “Театраль Волга буйы” — “Бауҡай” (“Театраль­ное Поволжье” — “Ниточка”) Округ фестивален (2012, 2014), “Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ йондоҙсоғо бар” (“Есть у каждого из нас звёздочка своя”) Асыҡ битараф булмаған кешеләр фестивален (2015, 2017) ойоштороусы һәм реж.; “Президент шыршыһы” яңы йыл цирк тамашаларының сценарий авторы һәм реж. (1999—2008; бөтәһе лә — Өфө).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.11.2019
Связанные темы рубрикатора: