Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРКАСОВ Владимир Иванович

Просмотров: 766

ЧЕРКАСОВ Владимир Иванович (23.6.1918, Өфө — 22.10.1943, Белорус ССР-ы Чаплин а.), Советтар Союзы Геройы (1943). 1939 й. Халхин-Гол й. янында совет-япон хәрби бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 26-сы Рыбинск моторҙар з-дында (Ярославль өлк.), Өфө моторҙар з-дында эшләй. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. башлап Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65-се армияның 106-сы уҡсылар див. 188-се уҡсылар полкы пулемёт расчёты ком. сержант Ч. 1943 й. 15 һәм 16 окт. Днепр й. аша сыҡҡанда һәм Белорус ССР-ының Лоев ҡала тибындағы ҡасабаһын алыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1943). Лоев ҡасабаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019