Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы

Просмотров: 1309

ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы (22.3.1949, БАССР‑ҙың Учалы районы Мишкә а.), философ. Философия фәндәре докторы (2011), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2019). БДУ‑ны (1972), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған. 1966 й. алып Наурыҙ урта мәктәбендә эшләй, 1975 й. — ВЛКСМ ҡала комитетының 2‑се секретары, 1978 й. — Пионерҙар йорто директоры, 1983 й. — КПСС ҡала комитетының бүлек мөдире, секретары, 1991 й. башлап Учалы ҡ. һәм Учалы районы хакимиәтендә эшләй. 1997 й. алып Өфө ҡ.: Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1999 й. — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты секретары, 2000 й. — рәйес урынбаҫары. 2001 й. башлап Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы урынбаҫары, 2002 й. — деканы, 2009 й. алып уҡытыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре хәҙерге Рәсәй милли мәҙәниәте проблемаларына, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең әхлаҡи нигеҙҙәренә һ.б. арналған.

  Х е ҙ м.: Нравственные традиции как духовная основа общества: философское постижение культуры народов Урало-Поволжья. Уфа, 2009; Духовно-нравственная традиция в социокультурном развитии. Уфа, 2011; Политическая модернизация в современной России: тренды, инновации, противоречия. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.12.2022
Связанные темы рубрикатора: